суббота, 17 ноября 2012 г.

Мысыр президенты ике ут араһында ҡалды.



Ҡаһирәлә мысырлыларҙың Газаны Израилдең утҡа тотоуына ҡаршы акциялар үткәреүе -ғәҙәти хәл. Әммә мысырлылар хөкүмәт башлығы итеп Мөхәммәт Мөрсиҙы һайланы, был иһә Мысырҙың яңы президентын ҡаршылыҡлы хәлгә ҡуя.”ХАМАС”ҡа тоғролоҡ һәм Израиль,  Вашингтон менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлау кәрәклеге Мөрсиҙе ике ут араһына һала. Кисә ул мысырлыларға Обама менән әңгәмәһе ваҡытындағы үҙенең позицияһын аңлатырға тырышты:
“Мин уға Мысырҙың позицияһын, беҙҙең АҠШ һәм башҡа илдәр менән яҡшы мөнәсәбәттәр булдырырға теләүебеҙҙе аңлаттым. Шул уҡ ваҡытта беҙ Израиль агрессияһына ҡаршыбыҙ, беҙ уның бындай эштәре, ҡан ҡойош, палестиналыларҙың блокадала ҡалыуы менән риза түгелбеҙ.”
2012 йылдың июнендә тарихи яҡтан “Хамас”ҡа яҡын торған фирҡәнән Израиль менән тыныслыҡ хаҡында килешеү төҙөлгән дәүләт башлығы итеп һайланған Мөрсиҙең маневр өсөн мөмкинлектәре сикләнгән. Уны һайлау мысырлыларҙа һәм Газа секторындағы “ХАМАС”хәрәкәтендә ҙур өмөттәр уятты.
Мөрсиҙең еңеүенә Исмәғил Хәниә бына ниндәй аңлатма бирҙе:
Мысыр двигатель рәүешендә Палестина халҡы тормошонда мөһим тарихи роль уйнаясаҡ.
Бындай өмөттәр нигеҙле, сөнки “Хамас”һәм “Мосолман туғандар”ҙың оҙайлы дөйөм тарихы бар, ғөмүмән, мысырлылар палестиналыларға электән йылы мөнәсәбәттә.
Әммә Мөбәрәктең авторитар идаралығы осоронда халыҡтың фекере иҫәпкә алынманы. Элекке Мысыр лидеры Израиль һәм Палестина араһында мөһим аралашсы булып иҫәпләнде, уны был роле өсөн юғары баһаланылар, шул уҡ ваҡытта Израилгә ҡарата йомшаҡлығы өсөн Мысырҙа ла, унан ситтә лә тәнҡитләнеләр. Мөрси иһә мысырлыларҙың кәйефен иғтибарһыҙ ҡалдыра алмай.
Токунбо Салако, “Евроньюс”: Бөгөн беҙҙең менән Иерусалимдағы көрсөк төркөмөнән Натан Тролл.
-Натан, Мөбәрәк идаралығы ваҡытында Мысыр һәм Израиль мөнәсәбәттәре араһында статус- кво һаҡланды. Власҡа “Мосолман туғандар”килгәндән һуң, беҙ нимә көтә алабыҙ?
Натан Тролл: Минең уйымса, Мысыр премьер- министры визитын барыһы ла ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Әлбиттә, президент Мөрси осоронда Мысырҙың үҙен тотошо үҙгәрҙе, был Мөбәрәк ваҡытындағы Мысыр түгел инде. “Ҡойолған ҡурғаш”операцияһы ваҡытында Рафах үткәүеле ябыҡ ине. Был үткәүел Газа секторын Мысыр менән бәйләй. Ә хәҙер беҙ киреһен күрәбеҙ: Мысыр премьер- министрының визиты Мысырҙың Газа  секторы һәм Израиль араһындағы конфликтҡа яңыса ҡарашта булыуын күрһәтә. Хәҙер инде ул Газа секторының союздашы рәүешендә сығыш яһай.
“Евроньюс”: Һеҙҙеңсә, Мысыр премьер- министрының Газа секторына визиты нимәне аңлата?
Натан Тролл: Минең уйымса, “ХАМАС”был визитҡа бик шат, сөнки был- дипломатик изоляция йомшарыуы билдәһе. Иҡтисади блокаданың да йомшарыу билдәһе, тип иҫәпләй улар. Халыҡ- ара йәмәғәтселектә Газа секторы яҙмышына күрше дәүләттәр элекке һымаҡ битараф ҡалмаҫ тигән фекер уяныуына өмөт тота улар.
“Евроньюс”: Шулай итеп, Мысыр оҙаҡ йылдар Израилдең Яҡын Көнсығыштағы берҙән- бер союздашы булды, ә хәҙер беҙ “Мосолман туғандар”вәкиленең Газа секторына визитын күрәбеҙ. Ниндәй кимәлдә мөһим ул?
Натан Тролл: Минең уйымса: Мысырға Мөрси президентлығы ваҡытында нескә балансты һаҡлау кәрәк буласаҡ, сөнки ул АҠШ менән дә партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен һаҡларға теләй, Европа менән дә яҡшы мөнәсәбәттә булғыһы килә, күренеүенсә, әлеге мәлдә Израиль менән дә тыныслыҡ килешеүен боҙғоһо килмәй. Шул уҡ ваҡытта Газа секторы етәкселеге, “Хамас”етәкселеге менән тығыҙ бәйләнештәр бар һәм ул, әлбиттә, бер яҡ менән дә араларҙы боҙорға теләмәй.
“Евроньюс”: Һуңғы 48 сәғәт эсендә уның эшмәкәрлегенең Израиль өсөн эҙемтәләре нисек булмаҡсы? Изоляцияның көсәйеүе мөмкинме?
Натан Тролл: Бындай агрессияларҙан һуң, күпселек осраҡта, ваҡыт үткән һайын конфликттың көслө яғына ҡарата асыу көсәйә генә бара. Халыҡ- ара йәмәғәтселектең реакцияһына килгәндә, ваҡыт Израилгә ҡаршы уйнай.
Евроньюс хәбәрсеһенең һорауҙарына Израилдең оборона армияһы вәкиле Авихай Эдри яуап бирә.
“Евроньюс”: Израиль Газа секторына ҡаршы операция башланы. Ә ни өсөн тап хәҙер?

Авихай Эдри: Операцияны Газа секторынан аҙна буйы 130, ә йыл башынан 750 ракета ебәрелгәс башларға ҡарар ителде. Был операцияның маҡсаты икәү: беренсенән, Газалағы террористик ойошмаларҙың позицияларына етди һөжүм яһау, террористарға Израиль граждандарын яҡлаясағыбыҙҙы, тәүлектең теләһә ниндәй мәлендә һөжүмде кире ҡағырға әҙер булыуыбыҙҙы аңғартыу, икенсенән, илдең көньяғында йәшәүсе граждандарыбыҙға имен атмосфера тыуҙырыу.
“Евроньюс”: Иғлан итеүегеҙсә, операцияның маҡсаты- Палестинаның хәрбиләштерелгән төркөмдәре лидерҙары. Әммә, күреүебеҙсә, ҡорбандарҙың күпселеге-тыныс халыҡ, күбеһенсә ҡатындар һәм балалар. Был турала нимә тиерһегеҙ?
Авихай Эдри: Эйе, операция барышында тыныс халыҡ үлде. Һуғышта һәр саҡ шулай була. Әммә беҙ, тыныс халыҡ араһында ҡорбандар булмаһын өсөн, бөтәһен дә эшләйбеҙ.
“Евроньюс”: Тель-Авив хаҡында һөйләшәйек әле. 20 йыл эсендә тәүге тапҡыр ҡала янында Газа секторынан ебәрелгән ракеталар төштө. Хәрбиҙәр күҙлегенән ҡарағанда быны нисек аңлатып була?
Авихай Эдри: Был террористик ойошмаларҙың теләгән ваҡытта Израилгә, уның миллионлаған халҡына зыян килтерерлек мөмкинлеге барлығы, шуға күрә тик ятыу ярамағанлығы хаҡында һөйләй.
“Евроньюс”: Әммә, икенсе яҡтан, Израилдең хәрби машинаһы Яҡын Көнсығышта иң ҡеүәтлеһе.

Авихай Эндрю: Был дәрәҫ, беҙ суверенлы дәүләт. Тик ҡарар ҡабул иткәндә беҙ халыҡ- ара йәмәғәтселектең дә реакцияһын күҙ уңында тотабыҙ, сөнки Израиль- демократик дәүләт. Ә террористик ойошмалар теләһә ҡайһы ваҡытта аҡылға һыймаҫлыҡ ҡарарҙар ҡабул итә.
“Евроньюс”: Израиль Газа секторына ҡоро ерҙән бәреп инергә уйламаймы?
Авихай Эндри: Беренсенән, беҙ үткәргән операция террористарҙы етди юғалтыуҙарға дусар итәсәк һәм уларҙың Израилгә һөжүм итеү мөмкинлеген кәметәсәк. Беҙ уларҙың ракета арсеналына һөжүм иттек. Ләкин әле һаман уларҙың хәрәкәт итеү радиусы ҙур булған ракеталары бар, шуларҙы улар Тель-Авивҡа ебәрҙеләр, ҡорбандар булманы.
“Евроньюс”: Кнессет һөжүмгә дусар булыуын раҫлай алаһығыҙмы?
Авихай Эндри: Был ХАМАСтың ялғаны. Иерусалимда бөтә масс- медиа бюролары бар, дөрөҫ булһа, был хаҡта бик тиҙ бар донъя белер ине.
“Евроньюс”: Әгәр Израилдең оборона армияһы бәреп инһә, “ХАМАС”ҙур сюрприз әҙерләргә вәғәҙә итә.
Авихай Эндри: Израиль армияһы ил етәкселегенең теләһә ниндәй фарманын үтәргә әҙер. Шуны вәғәҙә итә алам: “ХАМАС” һәм Газа секторындағы башҡа ойошмалар әле түләгәнгә ҡарағанда күпкә юғары хаҡ түләйәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий