воскресенье, 18 ноября 2012 г.

Мысырҙа, Туниста һәм Төркиәлә Израилдән “агрессияны туҡтатыуҙы ”талап итәләр.



Мысырҙың ҙур ҡалаларында, палестиналыларҙы- Газа секторында йәшәүселәрҙе яҡлап, демонстрациялар үтте. Халыҡ- ара йәмәғәтселек иһә ил хөкүмәтенән, Яҡын Көнсығышта яңынан башланып киткән көс ҡулланыуҙы туҡтатыу өсөн, аралышсы булараҡ тырышлыҡ һалыуҙы көтә. Демонстрацияла ҡатнашыусылар Израилде кешеләрҙе үлтереүҙә һәм агрессияла ғәйепләне. Мысыр премьер- министры Хишам Кандиль теләктәшлек йөҙөнән Палестина яр буйы анклавында булды.

Йома намаҙынан һуң, күрше Туниста- Ғәрәп яҙы башланған илдә, күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы манифестациялар үтте.

“Беҙ Ғәрәп яҙы илдәрен оккупацияға ҡаршы торған палестиналылар һәм Газа халҡы менән теләктәшлеккә, ярҙамға саҡырабыҙ,-”ти Тунистағы ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы ҡатын.

Илдең сит ил эштәре министры Рафиҡ Әбдессәлим бөгөн Газа секторына килергә йыйына. Быға ҡәҙәр Тунис властары Израилдең Палестина территорияларына ҡарата “варварҙарса агрессия”һына ҡарата асыуын белдергәйне.

Регионда элек Израилдең партнеры һаналған Төркиәлә лә, әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡыт уның йәһүд дәүләте менән мөнәсәбәттәре боҙолдо, меңәрләгән кеше палестиналыларға теләктәшлек белдерҙе. Элегерәк Төркиә премьер- министры Тайип Эрдоган Израилдә идара итеүсе консерваторҙарҙың Газа секторына һайлау алды пиары рәүешендә һөжүм итеүҙәре хаҡында белдергәйне. Ул БМО-ның Именлек Советын Израилдең хәрби операцияһы менән бәйле һөйләшеүҙәр үткәрергә саҡырҙы.

Стамбул халҡы Израиль флагтарын яндырҙы һәм Палестина ерҙәрен оккупациялауҙы туҡтатыуҙы талап итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий