воскресенье, 18 ноября 2012 г.

Француздар “барыһы өсөн дә никах”ҡа ҡаршы сыға.



 Францияла властарҙың бер енеслеләр никахын легалләштереү ниәтенә 100 меңдән ашыу кеше ҡаршы сыҡты. Париж, Лион, Марсель һәм Тулузала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы ҡаршылыҡ акциялары үтте.

Рим папаһы Бенедикт XVI Франция католик сиркәүенә ғаилә ҡиммәттәре һағына баҫырға һәм “барыһы өсөн дә никах”ҡа ҡаршы сығырға саҡырып мөрәжәғәт иткәндән һуң, француздар“Әсәй һәм атай- бала өсөн шунан ла яҡшыһы юҡ,” “Йәшәһен ысын ғаилә!” лозунгылары аҫтында урамдарға сыҡты.

“Балаға атай һәм әсәй кәрәк, атай һәм әсәй башланғысы кәрәк, ә был закон менән ғаилә ҡиммәттәре емереләсәк,-”ти манифестацияла ҡатнашыусы ҡатын.

7 ноябрҙә Франция хөкүмәте бер енесле никахтарҙы легалләштереүсе һәм уларға балалар бағырға алырға рөхсәт биреүсе закон проектын хупланы. Был закон проекты 2013 йылдың ғинуарында парламентта ҡаралырға тейеш.

Лионда һәм Тулузала законды яҡлаусылар һәм ҡаршы сығыусылар араһында бәрелеш булды. Полицияға йәш ағыҙыусы газ ҡулланырға тура килде.

Әлеге мәлдә бер енесле никахтар Евроберләшмәнең 6 илендә: Нидерланд, Бельгия, Испания, Норвегия, Швеция һәм Данияла тулыһынса легалләштерелгән. Францияла 1999 йылдан алып бер енесле парҙар никахтарын рәсми рәүештә теркәй ала.

Комментариев нет:

Отправить комментарий