понедельник, 19 ноября 2012 г.

Газа секторы: ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар һәләк була.



Израиль ракетаһы емергән был йортта 11 палестиналы һәләк булған.

Авиаһөжүм ҡорбандары арта бара. Уларҙың күбеһе-тыныс халыҡ. Яралылар һаны 100-гә барып еткән.

Харабалар аҫтынан палестиналыларҙың күбеһен ауырлыҡ менән ҡаҙып сығаралар. Ә ярҙам көткәндәре ни саҡлы?!

Ҡотҡарыусыларҙың эше етерлек. Урындағы халыҡ уларға тырышып ярҙам итә.

Хәстәханалар тулған. Газа секторындағы гуманитар хәл сәғәт һайын тиерлек насарая бара. Унда аҙыҡ- түлек, медикаменттар етешмәй.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы, Газа секторына дарыуҙар һәм медицина материалдары оҙатыу өсөн, кисекмәҫтән 10 миллион доллар йыйырға саҡырҙы.

Израиль һәм ХАМАС алмашлап һөжүм итә. Тыныс халыҡҡа ҡайҙа барырға һуң?

Комментариев нет:

Отправить комментарий