АҠШ президенты Барак
Обама шаршамбы көн емергес“Сэнди”ғәрәсәтенән етди зыян-зәүрәткә тарыған Нью-Джерси
штатында булды. Ул вертолет менән ҡаза күргән районды ҡарап сыҡты. Нью-Джерсиҙа
2,5 миллион ғаилә зыян күргән.
Атлантик- Ситиҙа Обама
халыҡ менән осрашты һәм урындағы властар, ҡотҡарыу хеҙмәте вәкилдәре менән
кәңәшмә уҙғарҙы. Обама менән бергә штаттың губернаторы Крис Кристи ҙа булды.
Бынан алда Обама
Нью-Джерсиҙы һәм ҡайһы бер башҡа штаттарҙы
һәләкәт зонаһы тип иғлан иткәйне. Нью-Джерси, Нью-Йорк һәм Пенсильвания-
иң ныҡ ҡаза күргән штаттар.
“Сэнди” ғәрәсәте 50-нән
ашыу кешенең ғүмерен ҡыйҙы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий