четверг, 1 ноября 2012 г.

Баш күтәреүселәрҙе тәүге тапҡыр Димәшктә бомбаға тоттолар.



Сүриәлә 19 ай барған алышта Димәшкте тәүге тапҡыр бомбаға тоттолар.
Оппозициялағы кеше хоҡуҡтары буйынса Сүриә обсерваторияһы хәбәр итеүенсә, баш ҡаланың көнсығышындағы баш күтәреүселәр контроле аҫтында булған Джубар кварталына истребитель- бомбардировщик кәм тигәндә 4 бомба ташлаған. Әлегә ҡәҙәр хөкүмәт ғәскәрҙәре Димәшктә вертолеттар ғына ҡулланды, тип һыҙыҡ өҫтөнә ала күҙәтеүселәр.
Ике көн элек баш күтәреүселәрҙең Сүриә Хәрби Һауа көстәренең иң күренекле фигураһы- генерал әл-Хәлидиҙе үлтереүе ауыр авиацияны ҡулланыуға этәргән булыуы  ихтимал.
Лондонда урынлашҡан Сүриә обсерваторияһы мәғлүмәттәре буйынса, конфликт барған 19 ай эсендә илдә 36 мең кеше һәләк булған.
БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус вәкиле Лахдар Брахими ҠХР-ҙы Сүриәләге хәлдәрҙе яйға һалыу эшендә “активыраҡ булырға” саҡырҙы. Шаршамбы көн ул Пекинда илдең сит ил эштәре министры Ян Цзечи менән осрашты. Үҙ яғынан министр Сүриә көрсөгөн һөйләшеүҙәр үткәреү юлы менән генә хәл итеп буласағын белдерҙе.
Сит дәүләттәрҙең Сүриә баш күтәреүселәрен ҡорал менән тәьмин итеүҙән баш тартыуҙары арҡаһында, күп кенә төркөмдәр уны аралашсылар ярҙамында Сүриә армияһынан ала. Баш күтәреүселәр әйтеүенсә, “ярҙам” ҡиммәткә төшә, уның байы ҡоралды уларға армия, полиция, хатта махсус хеҙмәттәрҙең арсеналдарынан туп- тура килтерәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий