четверг, 1 ноября 2012 г.

Греция: яңы экономия саралары, яңы ҡаршылыҡ акциялары.



Греция парламенты приватизация программаһын тиҙләтеү тураһында закон ҡабул итте. Властар ошо юл менән ҡаҙнаны өҫтәмә рәүештә тулыландырмаҡсы. Бынан тыш яҡын көндәрҙә яңы экономия саралары тикшереләсәк. Киләһе йыл ил халҡын һалымдарҙың артыуы һәм социаль сығымдарҙың артабан кәмеүе көтә. Был саралар ҡышын йылыныр өсөн дә аҡсаһы етмәгән халыҡтың асыуын ҡабартты:

“Бында килеп, беҙ Флоринала туңабыҙ тип әйтер өсөн, 650 саҡрым юл үттек. Уҙған йыл беҙҙә өс ай буйы -30 градус торҙо. Иң һыуыҡ ҡыш булды ул- бындайҙы һис ҡасан күргән булманы. Беҙ бөгөн хөкүмәткә ярҙам һорап килдек.”

Ҡаршылыҡ акцияларына ҡарамаҫтан, власть яңы бюджетты раҫларға уйлай, сөнки шул осраҡта ғына ил сираттағы 31,5 миллиард ярҙам траншын ала аласаҡ. Евроберләшмә, Европа Үҙәк банкы һәм Халыҡ- ара валюта фонды менән кәрәкле һөйләшеүҙәр бер нисә ай дауам итте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий