пятница, 2 ноября 2012 г.

Рәсәй: сайттарҙың “ҡара исемлеге” тураһында закон үҙ көсөнә инде.



Рәсәйҙә кесаҙна көн балаларҙы яҡлау хаҡындағы законға “балаларҙың һаулығына һәм үҫешенә зыян килтереүсе” мәғлүмәттән ҡурсалаусы төҙәтмә индерелде. 1 ноябрҙән реестр эшләй башланы-  унда наркотиктар, балалар порнографияһы һәм суицидҡа саҡырыу хаҡындағы сайттар индереләсәк. Бында эләккән ресурстарға блок ҡуйыласаҡ. Тыйылған контент реестрын Роскомнадзор төҙөнө. Уның башлығы Александр Жаров:

“Беҙ, ҙур ресурстарға блок ҡуймайынса, тейешенсә һәм эффектив рәүештә эш итә алыуығыбыҙға ышанам. Элегерәк YouTube һәм башҡа ресурстарға блок ҡуйыласаҡ тигән мәғлүмәт күренгәйне. Улай булмаҫ, тип уйлайым. Беҙ конкрет, айырым материалдар менән эшләйәсәкбеҙ.

  Шуға ҡарамаҫтан, был закон интернет йәмәғәтселегендә кире ҡараш тыуҙырҙы, сөнки ул IP-адрестарға блок ҡуйылыуҙан азат түгел, йәғни намыҫлы интернет- ресурстар зыян күреүе бар.

Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҙа был ҡанунға ҡаршы. Лев Понамарев:

Асылда, был репрессив режимдың ҡануниәте. Ул нимәгә ҡаршы йүнәлтелгән...оппозицияға ҡаршы, журналистарға ҡаршы йүнәлтелгән.”

Әгәр һүҙ балалар порнографияһы, суицид һәм наркотиктар әҙерләү буйынса инструкциялар хаҡында барһа, сайттар судҡа ҡәҙәр үк ябылыуы ихтимал. Тыйылған башҡа мәғлүмәттәр булһа, ресурс суд ҡарарына нигеҙләнеп ябыласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий