пятница, 2 ноября 2012 г.

Обама һәм Ромни Аҡ йорт өсөн алышты ҡайтанан башланы.



АҠШ-тә емергес “Сэнди” ғәрәсәте тотҡарлаған һайлау алды компанияһы ҡайтанан башланды- Барак Обама һәм Ромни әлегәсә икеләнеп торған 8 штат өсөн алыша.

Кесаҙна республикасылар кандидаты Виргинияла митинг үткәрҙе. Бында Ромниҙың идара итеүсе президент- демократ өҫтөнән бер аҙ өҫтөнлөгө бар, һәм ул был уңышты нығытып ҡуйырға теләне. Ә һайлау алды компанияһының финалы итеп Митт Ромни үҙе Аҡ йорт өсөн көрәш башлаған Нью-Гемпширҙы һайланы.

“Йәнә 4 йыл буйы 23 миллион кеше йүнле эш эҙләп йөрөүен теләйһегеҙме? Йәнә 4 йыл буйы хеҙмәт хаҡтарының кәмеүен, ә һалымдарҙың артыуын теләйһегеҙме? Йәнә 4 йыл буйы бюджет дефициты йыл һайын триллион доллар булыуын теләйһегеҙме?”- тип һораны Вигинияла үҙенең яҡлыларҙан республикасылар кандидаты.

Уның көрәштәше был көндө 4 штатта- Висконсин, Невада, Колорадо һәм Огайола булып өлгөрҙө. Огайо Барак Обаманың айырым иғтибар үҙәгендә. Һайлау алды компанияһын иһә ул Айовала тамамларға уйлай.

“Беҙ урта синыфҡа нимә кәрәген беләбеҙ. Беҙ яңы эш урындары булдырырға нимә ярҙам итәсәген беләбеҙ. Беҙ нисек дефицитты түбәнәйтергә кәрәк икәнен беләбеҙ. Шуны ла әйтергә рөхсәт итегеҙ: былар- губернатор Ромни тәҡдим иткән нәмәләр түгел,-”тип белдерҙе Обама Колорадо штатындағы митингыла.

Ике кандидат араһындағы айырма бик бәләкәй-1% самаһы. Көтөлмәгән ярҙамды кандидат- демократ бер фирҡәне лә яҡламаған Нью-Йорк мэры Майкл Блумбергтан алды. Был ҡарарҙы ҡабул итеүгә уны Обаманың ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә һалған тырышлығы һәм климат үҙгәреүе проблемаланына ҙур иғтибар бүлеүе этәргән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий