Израиль һәм “Хамас” һуғышты мәғлүмәт өлкәһендә лә алып
бара. Тәүге тапҡыр ғәҙәти ҡоралдан тыш, конфликт тураһында һөйләү өсөн, Израиль
армияһы интернетты һәм социаль селтәрҙе ҡуллана башланы.“Евроньюс”тың кино төшөрөү төркөмө Иерусалим һәм Тель-Авивта
урынлашҡан Цахалдың шундай махсус подразделениеларының береһендә булды.
Иерусалим подразделениеһында ғына ла тиҫтәләрсә хәрби пропагандалаусы эшләй.
Израиль үҙ- үҙеңде һаҡлау көстәре вәкиле подполковник Авитал Лиебович һөйләй:
“Уларҙың маҡсаты- ғәҙәти
сығанаҡтар аша тейешенсә мәғлүмәт алмаған донъяның барлыҡ кешеләренә лә
хәбәрҙәрҙе еткереү. Беҙ был аудитория менән контакт булдырырға һәм, мәғлүмәтте
видеофайлдар аша биреп, башҡа юлдар менән дә ҡулдан килгәнсә йоғонто яһарға теләйбеҙ.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий