Хорватияның элекке
премьер- министры Иво Санадер, коррупцияла ғәйепләнеп, 10 йылға хөкөм ителде. Сәйәсмән
республика менән 2004-2009 йылдарҙа идара итте.
Суд элекке премьерҙы 90-
сы йылдарҙағы Балкандағы ҡораллы конфликт барышында немецтарҙың Нуро
банкыһынан ярты миллион евро ришүәт алыуҙа ғәйепле тип тапты. Ул саҡта Санадер
сит ил эштәре министры урынбаҫары посын биләй. Премьер- министр булып эшләгәндә
лә ғәйептәре булған. Мәҫәлән, суд шуны асыҡлаған: сәйәсмән Венгрияның MOL нефть һәм газ компанияһынан 10 миллион евро алған,
һөҙөмтәлә, яғыулыҡ-энергетика комплексы өлкәһендә Хорватия өсөн файҙаһыҙ
килешеү төҙөлгән.
Иво Санадер өҫтөнән суд йылдан ашыуға һуҙылды. Бынан
тыш уны тағы өс финанс махинацияһында ғәйепләйҙәр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий