среда, 21 ноября 2012 г.

Анкара Сүриәнән “Пэтриот”тар менән һаҡланасаҡ.



Анкара НАТО-ға ҡараған бер нисә ил менән Төркиә- Сүриә сигендә “Пэтриот” зенит- ракета комплексын урынлаштырыу хаҡында килеште. Сара, Дәмәшктең ышандырыуы буйынса, Төркиә яғына осраҡлы рәүештә миномет снарядтарының килеп төшөүе менән бәйле. Илдең сит ил эштәре министры Әхмәт Дауыт улы һүҙҙәре буйынса, һөйләшеүҙәр тамамланыу өҫтөндә.

“Һөҙөмтәләр оҙаҡламай күренәсәк, ул күп ваҡытты алмаясаҡ,-тип ышандырҙы ул.-Әлеге мәлдә ракета комплекстары булған илдәр менән һөйләшеүҙәр бара”.

Әхмәт Дауыт улы шуны асыҡлап әйтте: 900 километрлы Төркиә- Сүриә сигенә “Пэтриот” комплекстарын урынлаштырыу- “оборона характерындағы сара.”

НАТО генераль сәркәтибе Андерс Фог Расмусен комплексты урынлаштырыу Ливиялағы һымаҡ Сүриә өҫтөнән осошһоҙ зона төҙөү өсөн түгел, ә обороналау сараһы булыуын раҫланы.

Эксперттар һүҙе буйынса, Төркиәгә кәрәкле ЗРК-тар АҠШ, Нидерланды һәм Германияла бар. Берлин был мәсьәлә буйынса теләктәшлеген белдерҙе лә инде.

Әлегә Төркиә- Сүриә сигенә һаҡлаусы нығытмалар ҡорола, патруль көсәйтелә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий