четверг, 22 ноября 2012 г.

Израиль “Ғәрәп яҙы”солғанышында.



Израилдең”Ҡойолған ҡурғаш”операцияһында 1400 палестиналы һәм 13 Израиль кешеһе һәләк булғайны. Ул саҡта, Газаны утҡа тотҡандан һуң, Израиль ҡораллы көстәре Палестина анклавына үтеп ингәйне.
Бөгөн дә, 4 йыл үткәндән һуң, Израиль шулай уҡ үҙ хәрби ҡеүәтенә иҫәп тота ала, әммә дипломатик маневрҙар өсөн уның мөмкинлектәре сикләнде.
“Ғәрәп яҙы”региондағы геополтик хәлде ҡырҡа үҙгәртте. Израиль яҡлы һаналған Мысырҙа Хөсни Мөбәрәк “Мосолман туғандар”ҙан булған Мөхәммәт Мөрсигә урынын бирергә мәжбүр булды. Мысырҙың яңы президенты Газаға премьер Хишам Кандилде ебәреп,“Хамасты”яҡлауын күрһәтте, шул рәүешле үҙенән алдағы президенттың сәйәсәтенән баш тартты.
Үҙ сиктәре аша үткән ҡорал ағымын контролдә тотоу мөмкинлегенә эйә булған Мысыр региондың сәйәси һәм хәрби балансында мөһим роль уйнай. Ҡаһирә, сик буйын асып, Израиль менән Ҡушма Штаттарға сәйәси баҫым яһап, Израиль һәм “Хамас”араһындағы килешеүгә тәьҫир итә ала.
Конфликт ҡырҡыулашҡанға ҡәҙәр, Катар әмиренең Газаға тарихи визиты- хәлдәр үҙгәреүенең икенсе мөһим билдәһе.
Газаны реконструкциялау проекты менән бәйле гуманитар миссия менән килеп һәм шул маҡсатта бер нисә йөҙ миллион доллар бүлеп, Халифа бен Хамад Әл-Тани ысынында иһә “Хамас”бойкотына сик ҡуйҙы. Ул 1999 йылдан бирле Газа секторында булған тәүге дәүләт башлығы булды.
Өсөнсөнән, Төркиә лә Израилдән ситләште һәм элекке союздашына дошманлығын йәшермәй. Израилдең Газаны бомбаға тотоуы хаҡында һөйләгәндә, премьер- министр Рәжәп Тайип Эрдоган һүҙҙәрҙе һайлап мәшәҡәтләнмәй:
“Һәр ваҡыттағыса Израилдәге һайлауҙар алдынан Газа секторы сәпкә әүерелә. Тыныс халыҡты яҡлау һылтауы менән, бер ғәйепһеҙ балаларҙы йыртҡыстарса үлтерәләр. Һис тә аҡлап булмай торған уларҙың законһыҙ эшмәкәрлеген үҙ-үҙеңде яҡлау тип аңлатыу – Израилде йәнә ҡанлы енәйәткә этәреү ул.”
Израиль һәм Төркиәне 1996 йылдан бирле хәрби хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеү бәйләй, әммә 2010 йылда Төркиәнән гуманитар ярҙам менән Палестинаға йүнәлгән “Азатлыҡ флотилияһы”н Израилдең үткәрмәүе, көс ҡулланыуы мөнәсәбәттәрҙе боҙҙо.
“Евроньюс”:
 Мысырҙың “Әл-Ахрам”гәзите комментаторы Әхмәт Олейба беҙҙең менән бәйләнештә.
“Ҡойолған ҡурғаш”һәм “Болот бағанаһы”операциялары араһында 4 йыл ята, ә был арауыҡта, “Ғәрәп яҙы”нан һуң, ҙур сәйәси һәм стратегик үҙгәрештәр булды. Һеҙҙең фекерегеҙ буйынса, Палестина- Израиль конфликтына, айырым алғанда, “Хамас”ҡа тәьҫир иттеме ул?
Әхмәт Олейба:
Һис шикһеҙ, “Ғәрәп яҙы”ның “Хамас”хәрәкәтенә һәм бөтә Палестина проблемаһына йоғонтоһо ҙур булды. Шуны ла әйтергә кәрәк: Палестина- Израиль конфликты ғәрәп-Израиль конфликтына әйләнде. Ҡаршы торған ике яҡтың һөйләшеүҙәрен ойоштороуҙа, ғөмүмән, халыҡ- ара бәйләнештәрҙә мөһим роль уйнай башлаған Мысырҙың үҙендә лә үҙгәрештәр бар. Бер һүҙһеҙ, Мысыр Яҡын Көнсығыш мәсьәләлрендә актив позицияла тора. Башҡа үҙгәрештәр ҙә бар. “Хамас”Сүриә менән сәйәси мөнәсәбәттәрҙе туҡтатты. Сүриә революцияһын яҡлай башлағас та, ул Бәшәр Асад режимы яҡлауын юғалтты. “Хамас”тың Иран менән мөнәсәбәттәрендә лә ҡытыршылыҡтары килеп сыҡты.
“Евроньюс”:
Кисә һеҙ Газа секторынан ҡайттығыҙ, унда һеҙ Мысыр делегацияһы составында инегеҙ. Нисек уйлайһығыҙ, Газа секторынан атылған ракеталарға ҡаршы ут асыуы менән Израиль бүтән маҡсаттарға ла ынтылмаймы икән?
Әхмәт Олейба:
Эйе, минең уйымса, “милли гөнаһһыҙлыҡ теорияһы”кимәлендә Израиль күршеләренә, шулай уҡ “Ғәрәп яҙы”илдәренә ишара яһарға уйлай. Мысырҙың реакцияһын, яңы Мысыр етәкселегенең сәйәси һәм именлек өлкәһендәге тын алышын ҡапшап ҡарарға теләй: Мысыр менән “Хамас” араһы нисек буласаҡ, Кэмп-Девидта 30 йылдан ашыу элек төҙөлгән Мысыр- Израиль тыныслыҡ килешеүенә йоғонтоһо нисек буласаҡ, “Хамас” менән мөнәсәбәттәр Мысыр етәкселеге өсөн тактика ғынамы, Мысыр үҙенең сәйәси мәнфәғәттәрен яҡлап, прагматик рәүештә эш итерме.
“Евроньюс”:
Ғәрәп донъяһындағы һәм халыҡ- ара кимәлдәге масштаблы үҙгәрештәр менән бәйле, Палестина-Израиль конфликтын хәл иткәнгә ҡәҙәр, сәйәси ҡарар ҡабул итеү йәки оҙайлы килешеү төҙөү өсөн өмөт бармы?

Әхмәт Олейба:
 Газа секторында булғанда, был һорауҙы мин “Хамас”тан Палестина етәкселәренә бирҙем. Әйтергә кәрәк, хатта ябай палестиналылар ҙа “тәүҙә ике яҡтың да ниәттәрен тикшерергә кәрәк”, “һәр нәмәнең үҙ хаҡы бар”, тип иҫәпләй.
Килешеүгә килгәндә, Палестина төркөмдәре етәкселәре әйтеүенсә, Израилдең ризалағы мөмкин булмаған нәмә, сөнки хаҡтар юғары - улар 1967 йылғы сиктәргә ҡайтыуҙы һәм Иерусалимды биреүҙе талап итә. Мин: “Көнсығыш Иерусалим хаҡында һүҙ барамы?”тип һорағас, яуап шундай булды:”Бөтә Иерусалим хаҡында.” Шулай итеп, беҙ бөгөн “ҡабул итеп булмаҫлыҡ тәҡдимдәр”тураһында һөйләшәбеҙ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий