четверг, 22 ноября 2012 г.

Израиль-“Хамас”: тыныслыҡ хаҡында килешеү.



Израиль властары һәм “Хамас”хәрәкәте ваҡытлы килешеү төҙөнө. Ул шаршамбы көн Мәскәү ваҡыты менән 23.00 сәғәттә үҙ көсөнә инде. Утҡа тотоуҙарҙы туҡтатыу “тынлыҡҡа алмашҡа тынлыҡ”принцибына нигеҙләнә.
Аҙна эсендәге алыштар барышында 162 палестиналының һәм 5 израилленең ғүмере ҡыйылды. Израиль ғәскәрҙәре Газа секторындағы 1,5 мең нөктәне утҡа тотто, палестиналылар 1,5 ракета ебәрҙе. Уларҙың ҡайһы берҙәре Тель- Авив һәм Иерусалимға барып етте.
“Йортобоҙға ҡайтҡыбыҙ килә,- ти палестиналы,-беҙ атыштарҙан туйҙыҡ. Беҙгә ракеталар оҡшай тип уйлайһығыҙмы? Юҡ. Израилдекеләр ҙә, ғәрәптәрҙекеләр ҙә оҡшамай.”
Ваҡытлы килешеүгә ярашлы, Израиль “диңгеҙҙә лә, ҡоро ерҙә лә, һауала ла һуғыш хәрәкәттәрен”туҡтатырға, шулай уҡ Газаға “баҫып инеп, кешеләрҙе юҡ итеүҙән”һаҡланырға тейеш.
Палестина төркөмдәре лә, ракеталар ебәреүҙе һәм сик буйы һөжүмдәрен дә индереп, “Газа секторынан Израилгә ҡарата бөтә хәрби акцияларҙы” ла туҡтатырға бурыслы.
Шулай ҙа, ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уҙған төндә Израиль территорияһына бер нисә ракета ебәрелгән.
Израилдәге беҙҙең махсус хәбәрсебеҙ хәбәр итеүенсә, кесаҙна иртән илдең көньяғында һауа тревогаһы сиреналары яңғыраған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий