пятница, 9 ноября 2012 г.

Нью-Йорке һәм Нью-Джерси ҡар эсендә һәм утһыҙ.



“Сэнди”ғәрәсәтенән мандып та өлгөрмәгән АҠШ-тың Көнсығыш яр буйҙарына яңы шторм ҡарлы ел- дауыл алып килде. Шаршамбы төнөндә Нью-Йорк, Нью-Джерси, көнсығыш Пенсильвания һәм Коннектикутта 15 сантиметрға ҡәҙәр ҡар яуҙы.
“Ҡар ғына етмәгәйне беҙгә!-ти Нью-Йорктың Куинс районынан бер ир.-Көтмәгәйнек беҙ уны. Әммә, ни тиһәң дә, ҡар ямғыр һәм һыу баҫыуҙан яҡшыраҡ.”
“Сэнди”емергән күп объекттар аяҡҡа баҫтырылмаған, өҫтәүенә көслө ел ваҡытлыса ҡуйылған электр уты тапшырыу линияларын боҙоп ҡуйҙы. Һөҙөмтәлә, яңы ғына утлы булған 20 мең йорт йәнә ҡараңғылыҡҡа сумды. Дөйөм алғанда, 700 мең абонент әле утһыҙ ултыра.

Нью-Йоркта ағастар ауыуы хәүефе арҡаһында, парктар ябыҡ тора, төҙөлөш эштәре туҡтатылған, күп йорттарҙа йылы юҡ, ә төндәрен температура төшкәндән- төшә.

“Ҡыҙыма 3 йәш, мин уны юрғанға урап, өшөмәһен өсөн, ирем менән икебеҙҙең араға һалам,-”ти йәш бер ҡатын.

Нью-Йорка һәм Нью-Джерси аэропорттары 1700 рейсты кисектергән. Нью-Джерси губернаторы халыҡты киҫәтеп ҡуйҙы: киләһе тәүлектәрҙә тәбиғәт йәнә бер һөжүм яһауы мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий