пятница, 9 ноября 2012 г.

Обама еңен һыҙғанды: АҠШ-ҡа “бюджет өҙөклөгө”янай.



АҠШ-тың ҡайтанан һайланған президенты Барак Обама оҙаҡ байрам итмәне- Аҡ йорт хужаһының кисектергеһеҙ эштәре бик күп. Әгәр Обама администрацияһы һәм конгресс бюджет дефицитын кәметеү хаҡында килешә алмаһа, илгә“бюджет өҙөклөгө”-2013 йылдың 1 ғинуарынан сығымдар һәм һалым ташламаларының 600 миллиард долларға автоматик рәүештә ҡыҫҡартылыуы янай. Президенттың фекере буйынса, һалымдарҙы арттырыу бынан ҡотолорға мөмкинлек бирәсәк. Әммә был ҡарарҙы Когресс ҡабул итергә тейеш, ә унда оппоненттары- республиканлылар күберәк, улар менән уртаҡ тел табырға тура киләсәк.

“Һайлауҙар беҙгә мандат бирҙе- ти АҠШ Конгресының вәкилдәр палатаһы спикеры республикасы Джо Бонер.-Был мандат милләт алдында торған проблемаларҙы йырып сығыу юлдарын эҙләүгә этәрә. Шуға күрә беҙ бер- беребеҙгә ҡаршы сығырға түгел, ҡараштарыбыҙға таянып эш итергә тейеш.”

Америка етәкселегенә популистик ҙур бюджет сығымдары сәйәсәте хәҙер төҫ түгел. Өҫтәүенә, президент Обама үҙен һайлауҙа мөһим роль уйнаған урта синыфты ла батырмаҫҡа тырыша.

Комментариев нет:

Отправить комментарий