четверг, 29 ноября 2012 г.

Ҡойон Италия заводын емерҙе.



Шаршамбы көньяҡ Италияның Таранто ҡалаһына ябырылған ҡойон арҡаһында 40 кеше тән йәрәхәттәре алды.Диңгеҙҙән килгән көслө ҡойон Европала иң ҙурҙарҙан иҫәпләнгән  Ilva ҡорос ҡойоу заводын ныҡ емерҙе (тейешле килем бирмәү сәбәпле уны ябырға ниәтләйҙәр ине). Предприятиеның бер нисә хеҙмәткәре хәстәханаға эләкте.

Йәшен завод торбаһына эләккән һәм унан бер нисә тиҫтә метрға ялҡын күтәрелгән. Торба ярсыҡтарының электр тапшырыу линияһына төшөүе урындағы электричкаларҙың хәрәкәтен туҡтатҡан. Ҡеүәтле ел эшсеһе менән бергә күтәргес кранды диңгеҙгә ауҙарған. Уны эҙләү өсөн ҡотҡарыусылар һәм водолаздар ебәрелгән.

Заводтағы хәлдәрҙе яйға һала алғандар, зыянлы матдәләрҙең бүленеп сығыуы контролдә тотола.

Тарантолағы торнадо- Апеннинға килгән циклондың бер эҙемтәһе. Ярымутрауҙың күп өлөшөндә ҡойма ямғырҙар яуа, бер нисә ҙур ҡаланы һыу баҫҡан. Флоренция урамдары ысын йылғаны хәтерләтә, көслө ямғырҙар арҡаһында тауҙарҙа ишелмәләр барлыҡҡа килгән. Көн аҙабы Сицилия һәм Сардинияны ла урап үтмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий