Шаршамбы иртән Дәмәшк
ситендә йәнә шартлауҙар яңғыраны. Сүриә телевидениеһы хәбәр итеүенсә, мина
һалынған ике автомобилдең һәм ҡулдан эшләнгән ике ҡоролманың шартлауы кәм
тигәндә 40 кешене һәләк иткән, тиҫтәләгәне яраланған. САНА дәүләт мәғлүмәт
агенствоһы асыҡлыҡ индерҙе: шартлау
Дәмәшк ситендәге Джараманала булған. Унда күбеһенсә христиандар һәм друздар
йәшәй. Сүриәнең рәсми киң мәғлүмәт саралары теракт өсөн оппозициялағы баш
күтәреүселәр яуаплы булыуын белдерҙе.
Баш күтәреүселәр
белдереүенсә, хөкүмәт ғәскәрҙәре менән алышта улар инициативаны үҙ ҡулдарына
алған. Әйтеүҙәренсә, улар илдең төньяғында һәм көнсығышында Сүриә армияһының
һуғышҡа һәләтлеген етди ҡаҡшатҡан һәм Дәмәшкте ҡамаған. Һуңғы 10 көн эсендә баш
күтәреүселәр 5 хәрби базаны үҙ контроле аҫтына алған.
Ошо фонда Катарҙа
йыйылған һәм үҙен Сүриә халҡының берҙән- бер легитим вәкиле итеп иғлан иткән “Сүриә
оппозицияһының милли коалицияһы һәм революцион көстәре” шаршамбы көн күсмә
хөкүмәт төҙөй башлаясаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий