среда, 28 ноября 2012 г.

Бангладеш: янған фабриканың өс менеджеры ҡулға алынған.



Бангладешта, властарҙан Tazreen Fashions туҡыу фабрикаһындағы янғында кешеләрҙең һәләк булыуына cәбәпсе булған ғәйеплеләргә яза биреүҙе талап итеп, эшселәр урамдарға сыҡты. Дакки ситендәге акцияларҙың береһе һыу атҡыстар һәм резина пулялар ҡулланған полиция менән бәрелешкә барып етте.

Предприятияның урта звеноһына ҡараған өс менеджеры ҡулға алынған. Эшселәрҙең раҫлауынса, улар паникаға бирелмәҫкә, янған бинаны ташлап китмәҫкә өндәгән, янғын сигнализацияһын уҡыу тревогаһы тип аңлатҡан һәм хатта сыға торған ишекте бикләп ҡуйған.

Бангладешта 4,5 мең туҡыма етештереү предприятиеһы бар. Кейем- һалым экспортлау ил килеменең 20 процентын тәшкил итә. Tazreen Fashions фабрикаһындағы янғын ҡорбандар һаны буйынса  туҡыу сәнәғәтендәге иң ҙурыһы.

 Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ут 110 кешенең ғүмерен өҙгән. Ялҡынды туҡтатыу өсөн, янғын һүндереүселәргә 5 сәғәт көрәшергә тура килгән.

Комментариев нет:

Отправка комментария