среда, 28 ноября 2012 г.

Мысыр: “ғәрәп яҙы”нан һуңғы иң ҙур акция.



Мысырҙың баш ҡалаһында Хөсни Мөбәрәк режимы ҡолатылғандан һуңғы иң ҙур манифестацияла  полиция менән бәрелеш ваҡытында 1 кеше һәләк булған, йөҙҙәрсә кеше тән йәрәхәттәре алған. Ҡаһирәлә генә түгел, илдең башҡа ҡалалаларында ла полиция президент Мөхәммәт Мөрсиҙың  вәкәләттәрен киңәйтеүгә ҡаршы сыҡҡан халыҡҡа ҡаршы йәш ағыҙыусы газ ҡулланған.

“Эшһеҙлек арта, халыҡ арыны,- ти Ҡаһирәләге манифестацияла ҡатнашыусы.-Бындағы майҙанда үткәндәргә әйләнеп ҡайтыуға ҡаршы сығыусыларҙың барыһы ла мәҙәниәитле кешеләр, врачтар, студенттар, улар, белемле кешеләр, шуны яҡшы аңлай: хөкүмәт ярамаған эш эшләй. Полиция ата. Ә бит берәү ҙә таш- фәлән ырғытманы, мин быға шаһит. Аллаһы Тәғәлә менән ант итәм, улар беҙгә бер сәбәпһеҙ ут асты!”

Бер көн элек Мөрсиҙең үҙ вәкәләттәрен киңәйтеү хаҡындағы декретынан баш тартмаҫҡа ҡарар итеүен оппозиция “законды тапау”, ә Мөрсиҙең үҙен “яңы фараон” тип атаны. Идара итеүсе “Мосолман туғандар”хәрәкәте офистары бөтә Мысыр буйынса һөжүмгә дусар булды.

Уҙған төн Таһрир майҙаны “ғәрәп яҙы”ваҡиғаларын хәтерләтте. Һаулығы ҡаҡашауға ҡарамаҫтан, гәзиттәр менән танышып барған Мысырҙың  элекке президенты Хөсни Мөбәрәк, ваҡиғаларҙың шундай йүнәлеш алырын күҙаллап, “илдең хаосҡа тәгәрәйәсәге” хаҡында иҫкәртеүен хәтергә төшөрҙө.

Комментариев нет:

Отправить комментарий