вторник, 27 ноября 2012 г.

Бразилиияла нефть килемдәрен нисек бүлеү хаҡында бәхәсләшәләр.



Бразилияла нефть килемдәрен ғәҙел бүлеү хаҡындағы бәхәстәр Рио-де-Жанейро урамдарына 200 мең кешене алып сыҡты. Карнавалда ҡатнашыусыларҙы хәтерләткән демонстранттар ил президенты Дилма Русефтан яңы ятҡылыҡ килемдәрен бүлеү тураһындағы закон проектына вето һалыуҙы талап итә. Быға ҡәҙәр килемдең күп өлөшө төп нефть етештереү үҙәктәренә- Рио-де-Жанейро һәм Эспирито Санто штаттарына эләкте.

Демонстрацияла ҡатнашыусылар һөйләй:

“Килемдәрҙе бүлеүҙең яңы ҡағиҙәләре Рио- де- Жанейро штатына баш күтәрергә мөмкинлек бирмәйәсәк. Ә бит штатта социаль- үҫеш кенә күҙәтелмәй, ул инвесторҙарҙы йәлеп итерлек сараларға әҙерләнә. Һүҙ футбол чемпионаты һәм Олимпиада хаҡында бара.”

“Нефть табыу килемдәрен тартып алһалар, беҙҙең штаттар һәм муниципалитеттар банкрот буласаҡ.”

Президент Дилма Русеф килемдәрҙе бүлеүҙең әлеге тәртибен үҙгәртергә йыйынмауын белдерҙе. Тик бер нисә йыл элек ил шельфында ҙур ятҡылыҡтар табылды(60 млрд баррель), шулай итеп, бәхәс ошо ятҡылыҡтар килемен бүлеү хаҡында бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий