вторник, 27 ноября 2012 г.

Европа фермер хужалары һауын һыйыры булырға теләмәй.



Европа фермер хужалары Брюсселдең һауын һыйыры булырға теләмәй: Евроберләшмә илдәренең йөҙҙәрсә һөт етештереүсеһе Бельгия баш ҡалаһы үҙәгендә “трактор маршы” ойошторҙо. Улар берекмәнең һөт баҙарын яҡшыраҡ регулирләүҙе һәм үҙ продукттарына ғәҙел хаҡ билдәләүҙе талап итә. “Брюсселдә 1000 трактор” атамаһын алған ике көнлөк акцияның ойоштороусыһы- Европа һөт советы.

“Беҙ продукттарыбыҙға уны етештереүгә киткән сығымдарҙы ҡаплатырлыҡ хаҡтар ҡуйылыуын талап итәбеҙ. Был хаҡтар фермаларҙы тейешле тәртиптә тоторға һәм сифатлы һөт аҙыҡтары етештерергә мөмкинлек бирергә тейеш,-”ти ферма хужаһы Сепп Майер.

Баҙарҙы либералләштереү һәм яйлап квоталарҙан баш тартыу Евроберләшмә илдәрендә һөт аҙыҡтарына хаҡтарҙың яйлап кәмеүенә килтерҙе. Ә электр энергияһына һәм мал аҙыҡтарына хаҡтар юғары ҡала килә, был иһә малсылыҡтың рентабеллеген кәметә һәм ошо өлкәләге хеҙмәтсәндәрҙең иҫәбен ҡыҫҡартыуға килтерә.

Европа ферма хужаларының ҡаршылыҡ акциялары Европарламентта һәм Евроберләшмә Советында барған  Европа аграр сәйәсәте рефомалары хаҡында һөйләшеүҙәр фонында бара.

Комментариев нет:

Отправить комментарий