суббота, 3 ноября 2012 г.

Украина: һайлауҙар тамамланды, мутлашыуҙар дауам итә.



Украинала оппозиция яҡлылар Первомайск һайлау участкаһы янына йыйылды. Кешеләр, үҙҙәренең һүҙҙәре буйынса, көс менән протоколдарҙы ҡулға төшөргән милицияға ҡаршы торорға тырыша. Региондар фирҡәһенең еңеүе уларҙың асыуын ҡабартҡан, сөнки тәүҙә, Украина Үҙәк һайлау комиссияһы сайтындағы мғлүмәттәр буйынса, уның ярышташы алда килгән.

“Һайлау һөҙөмтәләрен һаҡлап алып ҡалыу өсөн, беҙ бөтәһен дә эшләйәсәкбеҙ,- тип белдерҙе “Удар”фирҡәһе лидеры Виталий Кличко.-Әгәр манипуляциялар дауам итһә, уны ғәмәлдән сыҡҡан тип таныуҙары өсөн көсөбөҙҙө йәлләмәйәсәкбеҙ. Күпселек тәртип боҙоуҙар бөгөнгө көндә мажоритар округтарҙа, унда ысын алыш бара”.

Украинала һайлауҙар йәкшәмбе булып үтте, әммә тауыштарҙы һанау, мутлашыуҙарҙа ғәйепләүҙәр әле булһа дауам итә. Әйтергә кәрәк, бер генә оппозициялағы фирҡә лә ҡаршылыҡ акцияһына саҡырманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий