воскресенье, 4 ноября 2012 г.

Франция: сиркәүҙе бер енесле никахтар хәүефләндерә.



Францияның католик сиркәүе хөкүмәттең бер енестәге никахтарҙы законлаштырырға йыйыныуына һәм гомосексуаль парҙарға балалар алыуға рөхсәт биреүенә ҡаршы сыға. Социалистар кабинеты  киләһе шаршамбыла ошоға ярашлы закон проекты әҙерләп бирергә тейеш.

Париж архиепискобы кардинал Андре Вен- Труа католиктарҙы бындай киләсәк менән ризалашмаҫҡа саҡыра:

“Бындай ҡырҡа үҙгәрештәр киң милли бәхәстәр талап итә,- тип белдерҙе архиепископ,-осраҡлы һорашыуҙарға таянырға һәм лоббистарҙың ҡыҫымына ризалашырға ярамай.”

Андре Вен- Труа асыҡтан- асыҡ ҡаршылыҡ акцияларына саҡырмай, әммә, бер енестәге никахтарға ҡаршы ризаһыҙлыҡтарын белдереү өсөн, бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға өндәй.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: Франция президенты социалист Франсуа Олланд һайлау алды компанияһында бер енестәге никахтарҙы ҡанунлаштырырға, шулай ул парҙарға балалар алырға рөхсәт итергә вәғәҙә иткәйне.

/Билдәле, бер енесле был парҙар ул балаларҙы ла үҙ ҡараштарына ярашлы тәрбиәләйәсәк. Содом һәм Гоморра миҫалы әҙәм балаларын аҡылға ултыртмауы аяныс./

Комментариев нет:

Отправить комментарий