воскресенье, 4 ноября 2012 г.

Cинайҙың төньяғында Мысырҙың өс полиция хеҙмәткәре һәләк булған.



Синай ярымутрауының төньяғында, боевиктарҙың һөжүме һөҙөмтәһендә, Мысырҙың 3 полицейскийы һәләк булған, йәнә өсәүһе яраланған.

Билдәһеҙ енәйәтселәр патруль машинаһына автоматтан атып ҡасҡан. Ваҡиға булған урынға армияның һәм полицияның өҫтәмә көстәре килтерелгән. Һәләк булған террористар хаҡында хәбәрҙәр юҡ.

Экстремистарҙың һөжүме туристар араһында популярлыҡ яулаған, Төньяҡ Синай провинцияһының административ үҙәге  Әл- Аришта булған.

Мысырҙың  тәртип һағы хеҙмәткәрҙәренең постары көн һайын тип әйтерлек экстремистарҙың һөжүменә дусар була. Шәмбеләге үтә лә аяуһыҙ һөжүм тәүгеһе түгел- 5 августа Рафахта боевиктар ҡулынан Мысырҙың 16 сик буйы һаҡсыһы һәләк булғайны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий