суббота, 3 ноября 2012 г.

БМО-ла Сүриә һалдаттарын язалауҙы һүрәтләгән видеояҙманы ентекләп тикшерергә уйлайҙар.



Кеше хоҡуҡтары буйынса БМО юғары комиссары идаралығы хөкүмәт яҡлы “Шабиха”ополчениеһы һалдаттарын Сүриә баш күтәреүселәре язалаған видеояҙманы ентекләп тикшерергә ниәтләй. Был яҙма интернет аша таралған.

БМО комиссары вәкиле Руперт Колвилл әйтеүенсә, әгәр был яҙмалағы нәмәләр дөрөҫ булһа, Сүриәләге хәрби енәйәттәрҙе иҫбатлау өсөн ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Колвилл иртәме- һуңмы хәрби енәйәтселәрҙең суд алдына баҫасағын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

“Ике яҡтың да-оппозицияның да, хөкүмәт көстәренең дә бер- береһен язаға тарттырған күп миҫалдарының береһе генә был.”

Интернетта урынлаштырылған яҙмала шул күренә: Сүриәнең төньяҡ- көнбайышындағы Саракебе ҡалаһында баш күтәреүселәр  президент Асадҡа тоғро булған “Шабиха”ополчениеһының әсиргә эләккән  һалдаттарын туҡмайҙар һәм аҙаҡ аталар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий