пятница, 2 ноября 2012 г.

Афина суды Греция матбуғатын “ҡотҡарҙы.”



Греция суды, эште 12 сәғәт буйына ҡарағандан һуң, шәхси мәғлүмәттәрҙе яҡлау тураһындағы законды боҙоуҙа ғәйепләнгән журналист һәм нәшерсе Костас Ваксеванисты аҡланы.
Ваксеванис, Грецияла һалым түләмәү өсөн, Швейцариялағы иҫәптәренә йөҙҙәрсә миллион евро күсергән 2 меңдән ашыу бай ватандашының исемен баҫып сығарғайны. Прокурор бындай мәғлүмәттәрҙе таратыуҙың ҡануниәткә ҡаршы килеүен ныҡыны. Журналист иһә үҙенең һөнәри бурысын ғына үтәүен әйтте һәм аҡлау хөкөмө сығарған Малия Воликҡа рәхмәтен белдерҙе:
“Был хөкөм ҡарары ҡанунлашҡан хәлдәргә ҡаршы сығырға баҙнат иткән судьяның батырлығы хаҡында һөйләй. Уйлауымса, был ҡарар парламент тарафынан Лагард исемлеген тикшерергә мәжбүр итер. Судья халыҡ тауышына ҡолаҡ һалды һәм аманатлыҡта булған Греция матбуғатын иреккә сығарҙы,-”тине Ваксеванис.
Урындағы киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, һалым түләмәүҙә шик өҫтөнә алынған гректарҙың исемлеген 2 йыл элек Афинаға ул саҡта Францияның финанс министры вазифаһын биләгән Кристин Лагард тапшырған. Әммә эш судҡа ҡәҙәр барып етмәгән.
Хөкөм ҡарарын уҡығанда, судья Волика былай тине:
“Һалым түләүҙән ҡасыусыларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу урынына кешеләрҙең хеҙмәт хаҡтарын һәм пенсияларын киҫәләр.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий