пятница, 30 ноября 2012 г.

БМО Генассамблеяһы Палестина автономияһы статусын күтәрҙе.



Палестина лидеры Мәхмүт Аббас ҡотлауҙар ҡабул итә: БМО-ның Генераль ассамблеяһы Палестинаға күҙәтеүсе дәүләт статусын  биреүсе резолюцияны раҫланы. 138 дәүләт уны яҡлап сыҡты, 9-ҙы ҡаршы булды, 41-е тауыш бирмәне.

Тауыш бирер алдынан Мәхмүт Аббас сығыш яһаны. Ул Генераль ассамблеяны “үҙ мораль бурысын үтәп, Палестинаға тыуыу тураһында таныҡлыҡ” бирергә саҡырҙы.

“Газалағы һуңғы агрессия беҙҙең азатлыҡҡа мохтаж булыуыбыҙҙы, Израилдең һуғышсан сәйәсәтенән тайпылмай барыуын күрһәтте, ә халыҡ- ара берекмә тыныслыҡҡа ынтылырға тейеш,-”тине Палестина башлығы һәм шуны ла һыҙыҡ өҫтөнә алды: “Газа секторындағы һуңғы көрсөк оккупацияны туҡтатырға кәрәклеген, Палестина халҡының үҙбилдәләнешкә хоҡуғын тормошҡа ашырырға кәрәклеген асыҡ күрһәтте.”

Мәхмүт Аббас шуны ла белдерҙе: “Палестина автономияһы партнерҙары менән хеҙмәттәшлектә БМО-ның тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыу өсөн тырышасаҡ, ә уға эйә булғас, ойошма Уставына һәм халыҡ- ара гуманитар хоҡуҡ нормаларына таянып эш итәсәк”.

Генераль ассамблея ҡарарын палестиналылар оло ҡыуаныс менән ҡабул итте. Күҙәтеүсе статусынан күҙәтеүсе дәүләт статусына күтәрелеү уларға БМО Генераль ассамблеяһындағы фекер алышыуҙарҙа, БМО-ның төрлө агенстволарында һәм Халыҡ- ара енәйәт судында  ҡатнашыу мөмкинлеген бирәсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий