Европа комиссияһы ЕС-та
“тығыҙ һәм ысын иҡтисади- монетар союз”төҙөү планын әҙерләне. Ул еврозонала
артабанғы бюджет көрсөктәрен булдырмауға, тотороҡлолоҡто һәм үҫеште тәьмин
итеүгә йүнәлтелгән.
“Киләһе 6 айҙан 18 ай
эсендәге арауыҡта беҙ еврозонаның бюджет тәьмин ителешенә булышлыҡ итеүсе
амбициоз программаны иғлан итәсәкбеҙ,-ти Ерокомиссия башлығы Жозе Мануэл
Баррозу.-Беҙ быға дөйөм тырышлыҡ менән дә, конкуренция инструменттарын да
ҡулланып ирешергә уйлайбыҙ”.
Был союз Бөйөк Британия
кеүек үҙ валютаһы булған ЕС илдәренән бигерәк еврозонаны ҡайғыртасаҡ.
“Брейгель”фондынан Брюссель иҡтисадсыһы күҙаллауынса, Европа интеграцияһы
тиҙлеге ике төрөкөмдә бер төрлө булмаясаҡ.
“Минеңсә, был ике
тиҙлекле Европаға табан юл,- тине Гюнтрам Вольфф.-Еврозонаның үҙ бюджеты
буласаҡ, әйтергә кәрәк, уның Союз бюджетынан күпкә ҙурыраҡ булыуы күҙаллана.
Еврозона парламент контролен дә индереп, уның үҙ институттары булдырыласаҡ”.
Бынан тыш Еврокомиссия
тулы ҡиммәтле банк союзы төҙөргә уйлай. Евросоюз етәкселәренең декабрь
осрашыуында тап шул хаҡта һүҙ барасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий