четверг, 29 ноября 2012 г.

БМО: “Климаттың үҙгәреүе хәүефлерәк була бара.”




Арктикалағы диңгеҙ боҙо майҙаны күҙгә күренеп кәмей- Катарҙағы климаттың үҙгәреүенә бағышланған конференцияла БМО(Бөтә донъя метеорология ойошмаһы) белгестәре үҙҙәренең докладында шундай мәғлүмәттәр менән сығыш яһаны.
Дохала 190 ил вәкиле Киот протоколы яҙмышын хәл итә, уның етәксеһе Мишель Жарро саң ҡаға. Ул шуға инанған: Арктика боҙҙарының иреү тиҙлеге үҫеүе- Ерҙәге океандарҙа һәм биосферала барған масштаблы үҙгәрештәр һөҙөмтәһе. Жарро быны атмосфераға парник газдарын сығарып ташлауҙың арта барыуы менән бәйләй:
“Был тенденция хәүефлерәк була бара,-ти ул,-һауа температураһының күтәрелеүе арҡаһында боҙҙар иреүе артыуы- быға асыҡ дәлил.”
Һуңғы тиҫтә йыл-климат үҙгәреүен күҙәтеү тарихында иң эҫеһе. Был осорҙа Ер өҫтөнөң глобаль температураһы ҡәҙимгенән  0,45 градусҡа юғары булды. Ә 2012 йыл тәүге 10 ай һөҙөмтәләре буйынса иң йылы йылдар иҫәбенә инде.
Ғәрәсәттәр ҡеүәтлерәк була бара. Атлантикала ғәрәсәттәр сезоны өс йыл рәттән ғәҙәттәгенән әүҙемерәк. Был ваҡыт эсендә унда 19 шторм теркәлгән, шуларҙың унауһы ғәрәсәткә әйләнеп киткән.
Катар конференцияһында ғалимдар шуны билдәләп үтте: Ер шарындағы уртаса йыллыҡ температураһы теп- теүәл БМО прогноздарына ярашлы үҫә. Атмосфералағы углекислый газ артыуы арҡаһында, йылылыҡ эффекты өстән бергә артҡан. Был, уларҙың фекере буйынса, шул хаҡта һөйләй: глобаль йылылыҡ хәүефе һис тә арттырылмаған.
Авиация һәм сәнәғәт- атмосфераны парник газдары менән төп бысратыусылар. Әммә донъя иҡтисады көрсөк шарттарында булғанда, АҠШ һәм Ҡытайҙы етештереүҙе сикләргә өгөтләү бик ауыр.






Комментариев нет:

Отправить комментарий