среда, 14 ноября 2012 г.

Европа: бөтәһе лә эш ташланы.



Европаның күп илдәрендә ҡаты экономия сәйәсәтенә ҡаршы Бөтә Европа мобилизацияһы көнө меңәрләгән халыҡты  митингыларға һәм демонстацияларға йыйҙы. Берҙәм милли стачка Испанияла һәм Португалияла иғлан ителде, Греция, Италия һәм Францияла ла ҙур забастовкалар бара.

Мадридта хөкүмәттең сәйәсәте менән ризаһыҙҙарҙың сығыштары полицейскийҙар менән айҡалашыуға барып етте. Хәбәр итеүҙәренсә, тәртипһеҙлектәр ойоштороусы булараҡ шик аҫтына алынған 40-тан ашыу кеше ҡулға алынған. 

Конрадо, демонстрацияла ҡатнашыусы:

“Улар беҙҙе бөтә хоҡуҡтарҙан мәхрүм итте. Шул банкирҙар һәм башҡа эшем эйәләре беҙҙе урамдарға сығырға мәжбүр итә. Улар беҙҙең хеҙмәт хаҡтарыбыҙҙы урлай. Бер генә хоҡуғыбыҙ ҙа ҡалманы.”

Ҡалаларҙа транспорттың йөрөүҙән туҡтауы, поездар хәрәкәте графиктарыys\ ҡыҫҡарыуы, кисектерелгән йөҙҙәрсә авиарейстар- былар Испания һәм Португалиялағы забастовка эҙемтәләре.

Шуға ҡарамаҫтан, профсоюздар һәм Испания властары забастовка көнөндә, бик аҙ күләмдә булһа ла, хеҙмәт күрһәтеүҙәр хаҡында килешә алды. Илдең ҡануниәте забастовкала ҡатнашыусыларҙан ғәҙәттәге эш һәм хеҙмәттәрҙең кәмендә 25 проценты үтәлеүен талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий