Һайлау алды кампанияһы ваҡытында Франция президенты
Франсуа Олланд, әгәр һайлана ҡалһа, журналистар менән даими осрашып торорға
вәғәҙә иткәйне. Шишәмбе көн ул Парижда үҙенең тәүге ҙур матбуғат конференцияһын
уҙғарҙы. Унда ул илдең иҡтисадын һауыҡтырыу өсөн оҙайлы срокка иҫәпләнгән
ҡарарҙар кәрәк буласағын белдерҙе.
Олланд, айырым алғанда, былай тине:
“Минең маҡсатым ябай- иҡтисади үҫешкә ирешеү һәм
эшһеҙлек кимәлен кәметеү. Франция граждандарынан эшемә уның һөҙөмтәләренә ҡарап
ҡына баһа биреүҙәрен һорайым. Шуға ла Жан-Марк етәкселегендәге хөкүмәт менән
бергә төп өс мәсьәләне хәл итеү өҫтөндә эшләргә теләйем: Европаны
реорганизациялау, Францияның бурысын кәметеү һәм иҡтисадтың конкурентлығын
тәьмин итеү.”
17 йыл эсендәге тәүге социалист президенттың
популярлыҡ рейтингы төшә бара. Һуңғы һорашыуҙар буйынса, Олланд власҡа килеп
ярты йыл үткәс, уға инде халыҡтың 40 проценттан кәмерәге ышана.
Комментариев нет:
Отправить комментарий