среда, 14 ноября 2012 г.

Италия “ҙур һыу”хөкөмөндә.



Италияның Тосканаһы ҡойма ямғырҙар тыуҙырған ташҡындар хөкөмөндә. Тәбиғәт ҡазаһы 4 кешенең ғүмерен ҡыйған. Гроссето провинцияһы властарының һүҙе буйынса, 3 кеше автомобиль аҫтындағы күпер емерелеү арҡаһында һәләк булған, бер ир, ҡапыл йылғала һыу кимәле күтәрелеп, автомобиленән сығып өлгөрә алмаған. 200-ҙән ашыу кешенең йорто емерелгән.

Альбиния һәм Орбетелло ҡалаларының меңдәрсә халҡы утһыҙ ултыра. Поездар йөрөмәй, юлдар һәм күперҙәр емерек.

“Беҙ бинанан да сыға алманыҡ, һыуҙың бина эсенә үтеп инеүенә лә ҡамасаулай алманыҡ- ҡапҡанға эләккән һымаҡ тик ултырҙыҡ,-”ти зыян күргән ҡатын.

Лацио һәм Умбрия региондары ла тәбиғәт ҡазаһы хөкөмөнә эләккән. Рим да хәүеф зонаһында- Тибр ярҙарынан ташып сығыуы ихтимал. Венецияла иһә һыу кимәле метр ярымдан 90 сантиметрға ҡалған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий