Дүшәмбе Лиссабонға Германия канцлеры Ангела Меркель
килде. Уны 100 ҙур немец компанияһы вәкиле оҙатып йөрөй. Канцлер Португалия
хөкүмәте ағзалары менән осрашыу үткәрәсәк, шулай уҡ 2 ил эшҡыуарҙары араһындағы
һөйләшеүҙәрҙә ҡатнашасаҡ.
Португалия баш ҡалаһы матәм кейемендә. Ҡаты экономия
сараларына асыуҙары килгән Лиссабон халҡы ҡара кейем кейҙе.
Ҡаршылыҡ хәрәкәте ағзалары һөйләй:
“Меркель ханыма шуны әйтмәксемен: проблемаһы булған
Европаның һәр иленә ҡул һуҙма. Милләттәрҙең суверенлығын хөрмәт итергә кәрәк.
Һеҙ үҙегеҙҙе Португалия хәжабикәһе итеп тояһығыҙ, әйтерһең, был һеҙҙең биләмә!-”ти
Португалияның билдәле актрисаһы Сау Жозе Лапа.
“Ул Португалияға сәйәсәтте баһалар өсөн
килмәй, сауҙа итер өсөн килә. Илдәге афәт кимәлен билдәләр өсөн, эшҡыуарҙар
менән килгән ул”,-тип иҫәпләй ҡаршылыҡ хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе
булған Марко Маркес.
Көнэлгәре Португалия телевидениеһына
биргән интервьюһында Ангела Меркель илгә Евроберләшмәнең өҫтәмә ярҙамы
кәрәкмәйәсәген белдерҙе:
“Бюджет дефицитын кәметеү саралары
тейешенсә үтәлә, улар уңышлы булыр, тип уйлайбыҙ.”
Ангела Меркелдең Португалия президенты Анибал Каваку Силва һәм
премьер-министр Педру Пасуш Коэлью менән осрашыуынан һуң, матбуғат
конференцияһы үтәсәк. Евроньюс уны тура эфирҙа Мәскәү ваҡыты менән 19 сәғәттән
алып яҡтыртасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий