вторник, 13 ноября 2012 г.

Италия һыу аҫтында.



Италияла тәбиғәт ҡазаһы байтаҡ нәмәне емерҙе. Дүшәмбеләге ҡойма ямғырҙарҙан айырыуса Тоскана һәм Умбрия зыян күрҙе.

Тоскананың Масса- Каррара провинцияһынд ел- ямғыр һыу баҫыуҙарға, ишелмәләр барлыҡҡа килеүгә сәбәпсе булды. 200-ҙән ашыу кеше эвакуацияланды. Урындағы властар күперҙәр, юлдар емерелеүе хаҡында хәбәр итә. Региондың ауыл хужалығы ҙур зыян күргән- йөҙөм баҡсалары һәм зәйтүн ҡыуаҡлыҡтары юҡҡа сыҡҡан.

Дүшәмбе ҡойма ямғырҙар Тоскананың көньяғына- Гроссето провинцияһына ябырылды. Йылғала һыуҙың кинәт күтәрелеүе арҡаһында, руль артында ултырған оло йәштәге ир һәләк булған.

Венецияның өстән бер өлөшө һыу аҫтында- бында 50 йыл эсендәге иң ҙур ташҡын күҙәтелә. Көнэлгәре ҡалалағы һыу кимәле нормананан 1,5 метрға юғары күтәрелде. Туристарҙы ҡаланан китергә, урындағы халыҡты урамдарға сыҡмаҫҡа, йорттарҙың өҫкө ҡатында булырға өндәйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий