вторник, 13 ноября 2012 г.

Рәсәйҙә тәмәкегә ҡаршы закон проектын яҡлаусы акциялар.



Рәсәй ҡалаларында тәмәкегә ҡаршы закон проектын яҡлаған акциялар үтте. Документты һаулыҡ һаҡлау министрлығы әҙерләне. Әммә был кампанияның инициаторы- премьер Дмитрий Медведев.

Медиктарҙың мәғлүмәттәре буйынса, көн һайын тәмәке тартыу менән бәйле ауырыуҙарҙан меңдән ашыу рәсәйле үлә. Бюджетҡа ул 1,5 триллион һумға төшә. Һүҙ Мәскәү халҡына:

“Бәлки, кемдер уйлана башлар, бәлки, кемгәлер насар ғәҙәтте ташлау өсөн этәргес булыр.”

“Был тәҡдим менән мин риза, тик альтернатива ла булырға тейеш, мәҫәлән, тартыусылар өсөн махсус урындар.”

Тәмәке тартыуға ҡаршы ҡаты саралар яҡлы кешеләр тәмәке лоббиҙарынан шикләнә. Ижтимағи палата ағзалары, ҡайһы бер депуттарҙың тәмәке компаниялары мәнфәғәттәрен яҡлау- яҡламауҙарын тикшереүҙе талап итеп, парламентҡа мөрәжәғәт итте. ЛДПР-ҙан Дәүләт думаһы депутаты Дмитрий Носов һөйләй:

“Цивилизациялы илдәрҙең, Европаның тәжрибәһе шуны күрһәтә: закон эшләй башлаһа, тормош та яҡшы яҡҡа үҙгәрә.”

Октябрь аҙағында 2015 йылдан йәмәғәт урындарында тартыуҙы тыйыу хаҡында закон проектын хөкүмәт Дәүләт думаһына индерҙе. Әле дебаттар бара.

/лобби-кемдәрҙеңдер мәнфәғәтен күҙәтеп, төрлө юлдар менән (петициялар, хаттар, киң мәғлүмәт сараларындағы материалдар, ришүәтселек) власть структураларында кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителеүен йәки ителмәүен тәьмин итеүселәр/.

Комментариев нет:

Отправить комментарий