понедельник, 12 ноября 2012 г.

Apple һәм HTC: патент һуғышынан һуң килешеү.



Смартфондар етештереүсе Apple һәм HTC компаниялары патент бәхәстәрен яйға һалды һәм 10 йылға лицензия килешеүе төҙөнө. Килешеү электрон гиганттарҙың хәҙерге һәм киләсәктәге патенттарына ла ҡағыла, нисегерәк төҙөлөүе иһә сер итеп һаҡлана.

Корпорацияларҙың алышы 2 йыл самаһы дауам итте. Apple  HTC-ты технологияларға лицензияны боҙоуҙа ғәйепләне. Ике етештереүсе лә ул технологияларҙы кәрәҙле телефондар һәм планшеткаларҙа ҡуллана.

Комментариев нет:

Отправить комментарий