понедельник, 12 ноября 2012 г.

АЭС-һыҙ 1,5 йыл. Күп япондар артабандан да шулай йәшәргә теләй.


Йәкшәмбе көн Токиола, “Охи” АЭС-ын да индереп, ядро реактрҙарын ҡайтанан эшләтеүгә ҡаршы күп халыҡ ҡатнашлығындағы демонстрация уҙҙы. Японияла, йыл ярым элек “Фукусима”станцияһында булған һәләкәттән һуң, илдә 50 реактор техник хеҙмәтләндереүгә ябылғайны. Һалҡын төшөп, етди рәүештә электр энергияһы етмәү ҡурҡынысы тыуғас, хөкүмәт тикшереү үткән реакторҙарҙы, шул иҫәптән “Охи”-ҙағы 2 реакторҙы ла эшкә ҡушырға булды.

-Мин балалар өсөн генә ҡурҡмайым,-ти ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы ҡатын,-мин киләсәк быуындар тураһында ла уйлайым. Японияға атом станциялары кәрәкмәй.

-Ҡатыным менән минән өлгө алһындар, үҫкәс үҙ хоҡуҡтары өсөн көрәшә белһендәр өсөн, балаларҙы ла алып килдем...

Япониялағы электр энергияһының 30 процентын ябылғанға ҡәҙәр атом станцияһы реакторҙары бирҙе. Киләсәктә уларға алмашҡа ҡайтанан файҙаланылған энергия сығанаҡтарына көн етеүе мөмкин, был эшкә хәҙер ҙур иғтибар бүленә.


Комментариев нет:

Отправить комментарий