понедельник, 12 ноября 2012 г.

Испания. Kutxabank кешеләрҙең үҙ-үҙҙәренә ҡул һалыуын теләмәй.



Баск илендәге“Кучабанк” (Kutxabank) ошондай белдереү яһаны: ипотека кредиты өлкәһендә яңы ҡағиҙәләр ҡабул ителгәнсе, бурыс түләй алмағандарҙы фатирҙарынан сығарыу туҡтатылып торасаҡ. Бындай ҡарар ҡабул итеүгә уларҙы фатирынан ҡыуылған ҡатындың үҙ- үҙенә ҡул һалыуы этәргән.

Дүшәмбе көн хөкүмәт оппозициялағы социалистар менән, тәрәнәйә барған көрсөк шарттарында бурыслыларҙы фатирҙарынан ҡыуып сығармаҫ өсөн, кисекмәҫтән күреләсәк саралар хаҡында һөйләшергә йыйына.

“Осрашыуҙың төп маҡсаты-ипотека контрактына ҡул ҡуйғанда, алдан күҙаллап булмаған ауыр хәлгә ҡалып, кредитын түләй алмағандар өсөн күсемһеҙ милкен һаҡлап ҡалыу механизмдарын уйлап табыу”,-тип белдерҙе социалистар лидеры Альфредо Перес Рубалькаба.
Фатирынан сығарып ебәрелер алдынан 4-се ҡаттағы тәҙрәнән ташланған 53 йәшлек ҡатындың фажиғәһе бөтә илде тетрәтте.

“Күңелемдә әрнеү һәм оялыу тойғоһо,-тип һөйәләй Баск иленең Юғары суды рәйесе Хуан Луис Ибарра,-күбеһенсә ғәрлектер, сөнки бөтә система, айырыуса мин вәкиле булған юридик система быны туҡтата алмай.”

Испанияла һуңғы ваҡыт үҙ- үҙенә ҡул һалыусылар һаны арта. Мадридта ипотека кредиты биргән эре банктар алдында ҡаршылыҡ акциялары туҡталмай. 2008 йылдан алып 350 мең испанлы йортһоҙ ҡалған, йәнә 200 мең кеше урамда ҡалыу ҡурҡынысы алдында тора.

Комментариев нет:

Отправить комментарий