Евроберләшмәнең 23
илендә, көрсөккә ҡаршы сара булараҡ ҡулланылған ҡаты экономия сәйәсәтенә
ризаһыҙлыҡ белдереп, күләмле акциялар үтте. Был забастовка һәм
демонстрацияларҙың инициаторы- Европа профсоюдар конфидерацияһы.
Италия ҡалаларында
тантаналы йөрөш тыныс башланды, әммә аҙаҡ Турин һәм Милан ҡалаларында полиция
менән бәрелештәр булды.
Эшһеҙлек кимәле 25 процентҡа еткән Испанияла
үҙҙәренең ризаһыҙлығын белдереп урамдарға сығыусылар һаны бик күп булды. Мадридта
иһә бөтөнләй транспорт йөрөмәне һәм шулай уҡ тәртип һағында тороусылар менән
алыштар күҙәтелде. Тиҫтәләгән кеше ҡулға алынды.
Бындай акциялар йыш булып торған Афинала уның
масштабы ул ҡәҙәр үк ҙур булманы. Халыҡтың ижтимағи арыуы һәм битарафлығы
һиҙелә.
Брюсселдә хөкүмәттең
көрсөккә ҡаршы программаһы менән дә, ғөмүмән, бөтә Евроберләшмәлә үткәрелгән
бюджет дефицитын ҡыҫҡартыу саралары менән дә ризаһыҙлыҡ ишетелде. Демонстрацияла
ҡатнашыусылар Евроберләшмә етәкселеген тәнҡитләне һәм Союздың йәшәүгә һәләтле
булыуын шик аҫтына алды.
Евроберләшмәләге
профсоюздарҙың эшмәкәрлек һәм хеҙмәттәшлек көнөнә“Евроньюс”өсөн иҡтисадсы, сәйәси фәндәр профессоры Анри Сердиняк аңлатма
бирҙе. Ул көрсөк тыуҙырған бер генә
проблеманы ла хәл итмәгән ҡаты экономия сараларын Европаға көсләп тағыуҙары
тураһында әйтте. Улай ғына ла түгел, профессор һүҙҙәре буйынса, властар дәүләт
сығымдарын, социаль программаларҙы ҡыҫҡартып, хеҙмәт хаҡтарын “туңдырып”, хатта
ҡырҡып, хәлде артабан ҡатмарландыра.
Комментариев нет:
Отправить комментарий