Шаршамбы көн Газа секторында ХАМАС-тың хәрби лидеры
үлтерелгән. Әхмәт әл-Джәбәри ултырған автомобилде Израилдең Хәрби һауа көстәре
утҡа тотҡан.
Израиль властары Газа секторындағы хәрби төркөмдәргә
ҡаршы йүнәлтелгән операцияның башланыуын раҫланы. Әл- Джәбәри үҙенең
террористик эшмәкәрлеге өсөн юҡ ителгән.
Израилдең Дөйөм именлек хеҙмәтендә белдереүҙәренсә,
һөжүмдең маҡсаты- ХАМАС хәрәкәтенең террористик инфраструктураһын юҡ итеү.
Палестина автономияһында шунда уҡ үс алыуға саҡырыуҙар
яңғыраны. ХАМАС-тың хәрбиҙәре үҙ эшмәкәрлеген дауам итергә вәғәҙә итте. Хәрбиләштерелгән
“Ислам йыһаты”төркөмө белдереүенсә, Израиль Газа секторына ҡаршы һуғыш асҡан
һәм бының өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә аласаҡ.
Әл-Джәбәриға ҡаршы операция үткәрелерҙән алда Мысыр
менән сиктәш булған Израиль территорияһында 4 ракета шартлаған.
Көнэлгәре Израилдең хәрби- сәйәси кабинеты, әгәр
боевиктар ракета һәм минометтарҙан атыуҙы туҡтатһа, Газа секторына һөжүмдән баш
тартырға ҡарар итте.
Комментариев нет:
Отправить комментарий