понедельник, 26 ноября 2012 г.

Медведев Францияның Сүриә буйынса позицияһын “килешерлек түгел"тип атаны.



Төркиәгә яҡын булған Рас-әл-Аин ҡалаһында Азат Сүриә армияһы һуғышсылары телекамералар алдында үҙҙәренең хәрби көсөн күрһәтә. Баш күтәреүселәр белдереүенсә, улар, ҡаршылыҡ күрһәтеүсе курд һуғышсыларын бәреп сығарып, ҡаланы үҙ контроле аҫтына алған. Әйтеүҙәренсә, баш күтәреүселәргә Төркиәнән ҡайтҡан Сүриә ҡасаҡтары Рас-әл- Аинды алыуҙа ярҙам иткән.

Элегерәк баш күтәргән ғәрәп һәм курд отрядтары Бәшәр Асад режимына ҡаршы көрәштә хеҙмәттәшлек иткән. Әммә Сүриә төньяғындағы һуғыштар барышында курдтарҙың региондағы йоғонтоһо артҡан һәм ғәрәптәрҙең Азат Сүриә армияһы отрядтары менән ҡаршылыҡтар тыуған.

Сүриә баш күтәреүселәре Дәмәшктән көнсығышҡа табан 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан авиабазаны ҡулға төшөргән. Алыш барышында 2 вертолет юҡ ителгән, хөкүмәт ғәскәрҙәренең 15 һалдаты әсиргә алынған.

Дүшәмбе кис Парижда Рәсәй премьеры Медведев Сүриә яҙмышы хаҡында һөйләшеүҙәрҙә буласаҡ.Францияға килер алдынан ул президент Олландтың оппозицияла тороусыларҙы Сүриәнең законлы власы итеп таныуын “төптө килешеп булмаҫлыҡ хәл”, ә Сүриә мәсьәләһе буйынса Елисей һарайы позицияһын “бик бәхәсле” тип атаны. Медведев Сүриәне, “тышҡы агрессиянан оборона тотоу өсөн”, ҡорал менән тәьмин итеүҙәрен дә йәшермәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий