понедельник, 26 ноября 2012 г.

Донъяның эре иҡтисадтары климаттың үҙгәреүе менән көрәшергә теләмәй.



Катар баш ҡалаһы Дохала дүшәмбе көн климаттың үгәреүенә бәйле конференция асылды. 200 ил вәкиле ошо йыл аҙағында тамамланасаҡ Киот протоколын оҙайтыу мөмкинлектәрен тикшерә.

Күп эксперттарҙың фекере буйынса, эре иҡтисадтарҙың ҡатнашлығынан башҡа документ үҙ көсөн юғалтасаҡ. Киот протоколының икенсе периодына Канада, Япония һәм Рәсәй ҡушылмаҫҡа булды. Ҡытай, Һиндостан һәм АҠШ иһә был документҡа бер ҡасан да ҡул ҡуйманы.

Ғәмәлдәге килешеү буйынса, үҫешәкән сәнәғәтле 37 ил углекислый газды сығарып ташлауҙы 1990 йыл менән сағыштырғанда 5 процентҡа кәметергә тейеш ине. Әммә уҙған аҙнала донъя күргән БМО докладында хәбәр ителеүенсә, бөгөн үк парник газдарын бүлеп сығарыу 2020 йылда өлгәшелергә тейешле кимәлдән 14 процентҡа юғары.

Комментариев нет:

Отправить комментарий