четверг, 8 ноября 2012 г.

Сүриә: боевиктар йорттарҙы утҡа тотҡан.



Дәмәшктә шаршамбы көн баш күтәреүселәр  минометтарҙан президент һарайына яҡын булған Меззе-Джебель кварталын утҡа тотҡан.

Cнарядтар йорттарҙың береһенә һәм бәләкәй автобусҡа тейгән. Сүриәнең киң мәғлүмәт саралары хәбәр итеүенсә, 3 кеше һәләк булған, бер нисәһе яраланған, ауыр тән йәрәхәттәре алғандар ҙа бар.

Сүриәләге алыштар барған һайын аяуһыҙыраҡ төҫ ала. БМО-ның һәм Ғәрәп дәүләттәре лигаһының махсус вәкиле Лахдар Брахими бындағы хәлдәрҙе “үтә лә хәүефле”, тип атаны. Уның һүҙҙәре буйынса, Сүриә власть булмаған, граждандар һуғышы барған яңы Сомалиға әйләнеп китеүе ихтимал.

Сит илдәрҙең киң мәғлүмәт сараларында шундай мәғлүмәт күренде: Төркиә Сүриә менән сик буйына “Пэтриот”комплексын урынлаштырырға уйлай.

НАТО-ның генераль сәркәтибе Андерс Фог Расмуссен әйтеүенсә, төрөк властары альянс етәкселегенә әлегә бындай һорау менән мөрәжәғәт итмәгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий