четверг, 8 ноября 2012 г.

Афинаның үҙәк майҙаны һуғыш яланына әйләнә.



Афинала демонстацияла ҡатнашыусылар менән полиция араһында ҡаты бәрелештәр бара. Манифестацияла ҡатнашыусылар тәртип һағында тороусыларға таштар, яндырғыс шыйыҡса һалынған шешәләр ырғыта. Яуап итеп, полиция йәш ағыҙыусы газ ҡуллана.

Закон сығарыусылар тауыш бирергә тейеш булған яңы ҡаты экономия саралары пакетына ҡаршы күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы митинг шулай тамамланды. Әйтергә кәрәк, сессия өҙөлдө, сөнки оппозиция депутаттары парламент ултырышын ташлап китте.

Закон проекты һалымдарҙы арттырыуҙы, хаҡлы ялға сығыу йәшен 67 йәшкә  ҡәҙәр оҙайтыуҙы, ғөмүмән, пенсияларҙы, социаль түләүҙәрҙе кәметеүҙе  һәм эштән сығарыу - алыу сараларын еңеләйтеүҙе күҙ уңында тота.

Афинанының маҡсаты- Евроберләшмәнән, Европа Үҙәк банкынан һәм  ХВФ-нан 31,5 миллиард евро күләмендә сираттағы ярҙам траншын алыу.

Грецияла шишәмбе һәм шаршамбыла йөҙҙәрсә мең кеше эш ташланы. Уны шәхси һәм дәүләт секторына ҡараған профсоюз берләшмәләре ойошторҙо. Афина һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа дәүләт учреждениелары, банкылар, мәктәптәр эшләмәне, транспорт йөрөүҙән туҡтаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий