среда, 7 ноября 2012 г.

Нью-Йоркка яңы ғәрәсәт яҡыная.



Ғәрәсәттәр Нью-Йоркка тынғылыҡ бирмәй. Америка мегаполисы мэры Майкл Блумберг, Американың көнсығыш яр буйына яҡынайып килгән яңы штормға ҡаршы тороу өсөн, ашығыс саралар күрергә ҡушты. Властар ҡаланың бөтә пляждарын һәм парктарын ябырға бойорҙо, шулай уҡ ҡаланың уйһыу райондарында йәшәүсе халыҡты өлөшләтә эвакуацияларға ниәтләй.

“Парктар һәм пляждар шаршамбының төш ваҡытынан алып бер тәүлеккә ябыласаҡ. Был дөйөм хәүефһеҙлек өсөн эшләнә. Көслө ел ботаҡтарҙы, хатта тотош ағастарҙы ауҙарыуы ихтимал, һәм, әлбиттә, тулҡындар хәүеф тыуҙыра. Беҙ үҙҙәренең иҫәрлеге арҡаһында диңгеҙгә барып ингән кешеләр артынан ҡотҡарыусылар ебәрергә теләмәйбеҙ,-”тип белдерҙе Блумберг.

Яңыһы емергес “Сэнди”ғәрәсәте Нью-Йоркка ябырылып бер аҙна үткәс башланырға тора, әммә быныһы ул ҡәҙәр үк ҡеүәтле булмаҫ, тип көтөлә. Ҡайһы бер райондарҙың халҡы әле булһа йорттарына ҡайта алмай, әйтергә кәрәк, күптәрҙең ҡайтыр урындары ла юҡ. Нью-Йорк, Нью-Джерси штаттарында кешеләр бөгөн дә харабаларҙы тәртипкә һала, ғәрәсәт эҙемтәләре менән көрәшә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий