среда, 7 ноября 2012 г.

Митт Ромни Аҡ йортҡа барып етә алманы.



Митт Ромниҙың Аҡ йортҡа илткән оҙон юлы уның тупһаһында тиерлек өҙөлөп ҡуйҙы. 2011 йылдың декабрендә һайлау алды кампанияһына тотонған Республика фирҡәһенең кандидатына, аналитик Том Манн әйтмешләй, үҙ партияһындағыларҙы еңеп сығыу өсөн, элеккегә ҡарағанда һулыраҡ булырға тура килде.
Ул Массачусетстың уртасыл губернаторы, күп эштәр атҡарған прагматик ине. Ә праймеризда еңеү өсөн, уға икенсерәк булырға тура килде.”
Кандидатураһын Республика фирҡәһенең үтә консерватив ҡанаты  яҡлаһын өсөн, Ромни ярҙамға бюджет дефициты мәсьәләһендә  килешмәүсәнлек күрһәткән һәм ҡатын- ҡыҙҙар хоҡуҡтарын сикләү яғында булған радикалды алды. Элек иһә, журналистка Кейси Хант иҫкә төшөрөүенсә, ул гомосексуализмды һәм аборт яһауҙы яҡлай ине:
“Үҙе белдереүенсә, хәҙер был мәсьәләр буйынса фекерен үҙгәрткән, хәҙер ул йәшәүгә хоҡуҡ яҡлы, йәғни аборттарға ҡаршы. Ромни шул рәүешле Республика фирҡәһе яҡлаған консерватив позицияға яҡынайырға тырышты.”
Медицина страховкаһы менән дә ҡаршылыҡлылыҡ килеп сыҡты: уны Ромни үҙенең Массачусетс штатында индергәйне, ә Обама федераль кимәлдә лә индерергә тәҡдим иткәс, быға ҡаршы сыҡты:
“Әгәр беҙҙең маҡсат эш урындары икән, йыл һайын миллиардлаған долларҙы тәләфләүҙе туҡтатырға кәрәк. Мин үтә ҡиммәтле һәм артыҡ мөһим булмаған бөтә программаларҙан баш тартырға ниәтләйем. Был Обаманың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге реформаһына ла ҡағыла,-”тип белдерҙе Ромни һайлау алды митингыларының береһендә.
Түбәндәге сығышы халыҡҡа сығарылғас, Ромниҙың абруйы уғата төштө:
“Яҡшы, халыҡтың 47 проценты Обама яҡлы.Улар хөкүмәт ярҙамына мохтаж, үҙҙәрен ҡорбан тип иҫәпләй...Бындай кешеләр менән шөғөлләнеү минең эш түгел. Уларҙы мин барыбер үҙ яғыма ауҙара алмайым.”
Һөҙөмтәлә, телевидение дебаттарының тәүге рауды буйынса ул Обаманы ҡыуып етһә лә, республика фирҡәһе кандидаты президент һайлауҙарында еңерлек тауыштар йыя алманы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий