среда, 7 ноября 2012 г.

Сүриә оппозицияһы хөкүмәт төҙөй.



Сүриәнең милли берекмәһе үҙ составына 13 яңы оппозиция төркөмөн индерергә булды. Дохала үтәсәк Сүриә оппозицияһының берләшеү форумында “Юғары етәкселек органы”н төҙөү хаҡында ҡарар ҡабул ителәсәк. Уның ағзалары, “Сүриә халҡының законлы вәкиле” булараҡ иғлан ителеп, башҡарма комитет йәки күсеш хөкүмәте төҙөйәсәк.
Әммә, Милли советтың ҡайһы бер ағзаларының фекеренсә, хөкүмәт сит илдә төҙөлә алмай.
“Күсеш хөкүмәте ситтә төҙөлә алмай. Халыҡтың ихтыяждарын белер өсөн, ул илдә ойошторолорға тейеш. Ул илдә ойоторолорға һәм хөкүмәт көстәре һөжүменән һаҡланырға тейеш,-”ти Абдулбасет Сәйҙә.
“Сүриә дуҫтары төркөмө” ил- ағзалары оппозицияның Юғары етәкселек органын төҙөүҙе тиҙләтә, уны  улар Бәшәр Асад режимына альтернатива сифатында танырға әҙер.
“Әлегә оппозиция хөкүмәтен төҙөү ваҡыты, процедуралары, халыҡ- ара ярҙамдың рәүеше һәм башҡа мәсьәләләр буйынса ҡараштар төрлөлөгө бар. Былар хаҡында оппозицияны берләштерергә тейешле форумда һөйләшеү буласаҡ,-”тип хәбәр итә Доханан “Евроньюс”корреспонденты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий