вторник, 6 ноября 2012 г.

Европа күбеһенсә Обама яҡлы. Рәсәйгә ул да, Ромни ҙа яҡын түгел.




Әгәр европалылар һайлаһа, Америка президенты кем булыр ине икән? “Германия- АҠШ” Маршалл фонды трансатлантик ойошмаһын ошондай һорау ҡыҙыҡһындыра. Июлдә ул үткәргән һорашыуҙар буйынса, континенттың бөтә илдәрендә лә Обама еңер ине. Иң әҙ яҡлаусылар Рәсәйҙә. Бында, ғөмүмән, ике кандидат та артыҡ популяр түгел. Халыҡтың 27 проценты Обама, 12 проценты Ромни өсөн тауыш бирер ине, һорашылған башҡа кешеләрҙе улар ҡыҙыҡһындырмай булып сыҡты.

 Француздарҙың иһә был мәсьәләлә аныҡ фекере бар, барыһы ла тиерлек идара итеүсе әлеге президент яҡлы (89%). Уның популярлығы Көнбайыш илдәрендә көслө, ә бына көнсығышҡа табан ул кәмей.

“Америка һайлауҙарында шәхси сифаттар, характер ҙур әһәмиәткә эйә- Ҡушма Штаттар системаһының асылы шунда,- ти Фонд хеҙмәткәре Иан Лессер.-Ә европалылар өсөн Обаманың сағыу күтәрелеше генә түгел, республика фирҡәһенең Джордж Бушты тыуҙырыуы ла мөһим.”

Митт Ромниҙы Европала әҙерәк яраталар, сөнки уны бик әҙ беләләр. Июлдәге һорашыуҙарҙан һуң,  Ромни булып киткән Польша ғына  айырым урын биләй. Бында уның яҡлылар байтаҡ артҡан. (Ромни өсөн- 16%, Обама өсөн- 35%).Унда Аҡ йортҡа дәғүә итеүсе йәнә Рәсәйҙе тәнҡит утына тотто һәм “Американың беренсе номерлы геополитик дошманы” тип атаны.

Ромни Үҙәк һәм Көнсығыш Европаның Көнбайыш менән артабанғы интеграцияһы яҡлы. Был Буштың ғына түгел, Клинтон администрацияһының да сәйәсәте ине, әйтергә кәрәк, республиканлылар был өлкәлә күберәк уңышҡа иреште,- тип дауам итә “Германия-АҠШ” фонды хеҙмәткәре.- Ҡушма Штаттарҙың Афғанстан һәм Ирактағы эшмәкәрлеге, терроризмға ҡаршы көрәше, ғөмүмән, бөтә Америка стратегияһы Польша кеүек урындарҙа хуплана.”

Дөйөм алғанда, хәҙер европалылар Америка артынан барырға атлығып тормай. Иан Лессер һүҙҙәре буйынса, ике кандидаттың да еңеүгә мөмкинлектәре берҙәй булыуы уларҙы бик аптырата.

Комментариев нет:

Отправить комментарий