вторник, 6 ноября 2012 г.

Иран: Обама яҡшыраҡ.



АҠШ-тағы президент һайлауҙары Иран гәзиттәрендә ҙур урын биләй. Таһран халҡы үҙе лә сәйәсәт хаҡында  һәм Американың тышҡы сәйәсәте үҙгәренеүенең нимәгә алып килеүе хаҡында әңгәмә ҡорорға әүәҫ.

Иранлылар кандидаттарҙың ҡайһыһын оҡшатыңҡырай?

-Миңә ҡалһа, Ромниҙың сәйәси ҡараштары агрессивыраҡ күренә. Обаманың еңеүе беҙҙең өсөн ҡулай буласаҡ.

-Обама йә Ромни? Артыҡ айырма күрмәйем. Ромни -радикализм яҡлы кеше, ул киҫкен сараларға әҙер...

Һуңғы йылдарҙа индергән санкциялар Ирандың иҡтисади хәлен ауырайтты, әммә Иран, әгәр Аҡ йорт хужаһы алмашынһа, хәлдәрҙең айырата насарайып китеүе бар, тип иҫәпләй.

“Обама әфәнденең Ромни әфәндегә ҡарағанда иранлылар араһында популярлығы юғарыраҡ,- ти  сәйәси күҙәтеүсе Әмир Мусауи.-Йыш ҡына Иран менән конфликт тураһында һөйләгән, һәр саҡ сионистик режимды яҡлаған, Иран халҡының хоҡуҡтарын бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырған Ромни, әлбиттә, яҡын була алмай.”

Иран гәзиттәрендәге хәбәрҙәр буйынса, консерватор Ромни, Көнбайыш позицияларына ҡаршы килеп, үҙ ядро программаһы үҫешен яҡлаған Таһран өсөн ҙур хәүеф тыуҙырыуы ихтимал. Элегерәк Ромни, Израиль Иран ядро объекттарына һөжүмен итә ҡалһа, быны яҡлаясағы тураһында ла белдергәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий